"Применение новых технологий и инновационных методов при изучении башкирского языка"

Автор: Габбасов Рим Муллагалиевич
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МАОУ "СОШ №12 с УИОП"
Населённый пункт: город Стерлитамак, Республика Башкортостан
Наименование материала: Реферат
Тема: "Применение новых технологий и инновационных методов при изучении башкирского языка"
Дата публикации: 10.10.2015







Вернуться назад       Перейти в раздел





Текстовая часть публикации


Ғәббәсов Рим Муллағәли улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙбиәте уҡытыусыһы

Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы технологиялар, инновацион алымдар менән

эшләү
Мәктәп заман талаптарынан, тормош ритмынан артта ҡала алмай. Башҡорт теле уҡытыусыһы башҡа фәндәр уҡытыусыларынан туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән милли рухлы шәхес тәрбиәләүе менән айырылыр тора, шуға ла ул заман менән бергә атларға ғына тейеш түгел, алдараҡ та барырға тейеш. Уҡытыусы профессияһы үҙенең тәбиғәте буйынса ижади профессия. Уҡытыусы юғары педагогик культураға эйә булған кеше. Туған тел, милләт, ил яҙмышы кеүек мөһим мәсьәләләр уның шәхесенә, ижади эләә алыуына туранан-тура бәйләнгәлектән, башҡорт теле уҡытыусыһы алдан күрә белеүсе, юл ярыусы, әйҙәүсе шәхес булырға тейешлеге көн кеүек асыҡ. Башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң мөһиме – уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштороу. Бер төрлө ялҡытҡыс дәрестәр үткәреп кенә уҡыусыларҙа телгә ыңғай ҡараш та, ҡыҙыҡһыныу ҙа тәрбиәләп булмаә. Заманында А.С.Пушкин “Каков век – таков человек” тигән (“Быуаты ниндәй – кешеһе лә шундай”). Шуға ла XXI быуат уҡытыусыһынан яңы заманса технологиялар менән эш итеүҙе талап итә. Бының өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алыфмдарын эҙләргә, табырға, уңышлыҡтарын практиға индерергә кәрәк. Һуңғы йыцлдарҙа балаларҙың белем алыу активлығын үҫтереүгә арналған системалар, технологиялар барлыҡҡа килде. Рәсәй Федерацияһы мәктәптәрендә 50-нән ашыу яңы технологиялар һәм системалар ҡулланыла. Бөгөнгө көндә донъя педагогикаһында ошондай технологиялар билдәле: класс-дәрес системаһы, проблемалы уҡытыу, программалаштырылған уҡытыу, дифференциациялы уҡытыу, уҡытыусылар “командаһы” менән уҡытыу, мейе штурмы, уҡытыуҙың модуль-рейтинг технологияһы, терәк конспект менән уҡытыу, коммуникатив метод һәм башҡалар. Эш осоронда аҙмы-күпме тәжрибә туплана. Шуларҙың бер нисәһе менән таныштырып үтмәксемен. Мәғарифты модернизациялау сиктәрендә белем биреүҙе үҫтереүсе уҡытыу системаһы торған һайын күберәк уҡытыусыларҙы йәлеп итә. Үҫтереүсе уҡытыуҙың Занков, Эльконин-Давыдов исемдәре менән йөрөтөлгән төрҙәре бар. Яңы материалды аңлатыр алдынан уҡытыусы
дәрескә маҡсат ҡуйып, проблемалы һорау бирә, ә дәрес барышындауҡыусыдар ошо проблемалы һорау бирә, ә дәрес барышында уҡыусылар ошо проблемалы һорауға яуап эҙләй. Дәресте шулай итеп ҡорорға кәрәк: яңы материалды уҡыусы үҙе үҙләштерергә, үҙе үк ҡағиҙә сығарырға тейеш. Ә инде һуңынан дәреслектәге ҡағиҙә менән сағыштырып үҙенең дөрөҫ булыу йәки булмауын иҫбатлай. Уҡытыусы уҡыусыларға кәрәкле йүнәлеш кенә бирә. Үҫтереүсе уҡытыу системаһы башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙы тиҙерәк уҡырға өйрәтергә ярҙам итә. Балалар уҡый белмәһәләр ҙә, һүҙҙәргә фонетик анализ яһайҙар, һүҙҙәрҙең схемаһын, моделен төшөрәләр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйҙәр, уларға “матур” һүҙҙәр өҫтәйҙәр. Был эш алымдары уҡыусыларға телмәр матурлығын күрергә, уның ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, специфик өндәргә башланған бер нисә һүҙ әйтеп яҙҙырыла, артабан уҡыусылар үҙҙәре ошо өнгә башланған һүҙҙәрҙе яҙыуҙы дауам итә. Терәк сигналдар ярҙамында бирелгән диалогҡа таянып, яңы диалог төҙөү – был да үҫтереүсе уҡытыуҙың бер төрө. А.С.Границкая тарафынан эшләнгән адаптив система уҡытыусының билдәле бер уҡыусы менән индивидуаль эш үткәреү принцибына ҡоролған. Был осраҡта уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләгәндә был системаны ҡулланыу отошло. Дәреслек материалы уҡыусының индивидуаль сифаттарына яраҡлаштырыла. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙә коммуникатив технология ҡулланыла башланы. Ҡайһы бер балалар башҡорт телен аҙ белә йәки бөтөнләй белмәй. Был осраҡта телдең теоретик нигеҙҙәрен уҡытыу тураһында һүҙ алып барып булмай. Балаларҙы иң элек ошо телдә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтергә кәрәк, шунан һуң ғына ошо телдә һөйләшергә, уҡөырға, яҙырға өйрәтеү башлана. Үҙ аллы эштең бер төрө булараҡ, адаптив системаның парҙар менән эшләү, статистик, динамик, вариацион төрҙәре бар. Статистик парҙар – бер парта артындағы ике уҡыусының эшмәкәрлеге. Динамик, вариацион парҙар дүрт уҡыусының (аллы-артлы парталарҙа ултырыусы) эше. Бындай эш алымы өй эшен тикшергәндә бик уңайлы. Парҙар менән эште ойоштороу уҡыусыны үҙ фекерен әйтергә һәм яҡларға, кешенең әйткәнен иғтибар менән тыңлап, уны баһаларға әкренләп өйрәтә башлай. Коммуникатив технологияның төп маҡсаты – аралашырға ыңғаә мотивация тыуҙырыу ярҙамында өйрәтеү. Уҡытыусы уҡыусыларҙа
ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы нигеҙ итеп ала. Был технология беренсе планға уҡыусыларҙы һөйләшергә өйрәтеүҙе ҡуя, теоретик белем аралашыу, диалогик телмәр процесында үҙләштерелә. Мәҫәлән, 8 март етте. Иртән әсәйеңде, өләсәйеңде нисек ҡотлайһың? Ниндәй тылсымлы һүҙҙәр ҡулланаһың? Һәм башҡа темалар тәҡдим итергә мөмкин. Дәресте нығытыу өлөшөндә үтелгән теманы нығытыу өсөн тест йә башҡа төрлө эштәр башҡарырға мөмкин. Штейнберг технологияһы ла бик яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ул уҡыусының да уҡытыусының да ижади эшләүен талап итә. Грамматиканы үткәндә Толомбаев Х.А., Алсынбаева Р.Р. тарафынан төҙөлгән координаталарҙы ҡулланабыҙ. Әҙәбиәттән башҡорт халыҡ ижады темаһына һәр дәрескә уҡыусылар менән координаталар төҙөргә була. Был һыҙмалар ижади эшләргә, күп эш төрҙәрен ҡулланырға, телмәр үҫтерергә ярҙам итеү менән бергә күп ҡабатлауҙан арындыра, ваҡытты экономиялай. Блоктар менән уҡытыуҙың да үҙенсәлекле, файҙалы яҡтары байтаҡ: уҡыусылар теоретик материалды тотошлай күҙ алдына килтерә һәм уның элементтарын айырым-айырым тикшереү кәрәкмәй, күнегеүҙәр һәм ижади эштәр үтәргә күберәк ваҡыт ҡала. Блоклап уҡытыу һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә бик уңайлы һәм кәрәкле. Сөнки ошо терәк-схемалар буйынса белемдәрен артабан һүҙгә, һөйләмгә анализ яһағанда ла ҡулланалар. Блоклап эшләүҙе уҡытыу процесының төрлө этапта, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға була. Мәктәптә Вольдорф педагогикаһы ла үҙ ҡулланылышын таба. Был алым ирекле уҡытыуға ҡоролған. “Башҡорт фольклоры” түңәрәгендә уҡыусылар ҙур теләк менән башҡорт халыҡ ижадын өйрәнәләр. Дәфтәрҙе ирекле биҙәү, мәҫәлән, “Ҡояш” һанашмағын өйрәнгәндә ҡояш төшөрөү, йырҙар өйрәнгәндә темаға ярашлы һүрәттәр төшөрөү бик оҡшай балаларға, башҡорт халыҡ уйындарын өйрәнәдәр, сәхнәлә сығыштар яһайҙар. Уҡыусылар ижад шатлығын кисерәләр. Мәғлүмәт сараларҙан компьютер файҙаланыу, электрон дәреслектәр ҡулланыу телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙә, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа мөһим роль уйнай. Презентация эшләү, мультимедиа проекттары ярҙамында лекциялар үткәреү, компьютер ярҙамында иллюстратив материалдар, дидактик карточкалар әҙерләү уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙҙәренә ышаныс, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләй. Әлбиттә, яңы метод һәм технологияларҙы уҡытыусы мөмкинселектәренән сығып ҡулланыла. Уларҙы ҡулланыу башҡорт телендә
матур итеп һөйләшергә өйрәтеүгә алып килергә тейеш. Сөнки беҙҙең Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше республикабыҙҙың дәүләт телен мотлаҡ өйрәнергә, белергә бурыслы.