Напоминание

"Развитие речи в соответствии с ФГОС ДО"

Автор: Каримова Ямиля Сайфулловна
Должность: старший воспитатель
Учебное заведение: МАДОУ детский сад "Сулпылар"
Населённый пункт: город Сибай, Башкортостан
Наименование материала: Методическая разработка педсовета
Тема: "Развитие речи в соответствии с ФГОС ДО"







Вернуться назад       Перейти в раздел





Текстовая часть публикации


ПЕДСОВЕТ
ТЕМАҺЫ “ ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЕЛЕМ БИРЕҮ СТАНДАРТТАРЫНА ЯРАШЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭФФЕКТЛЫ АЛЫМДАР ҺӘМ ФОРМАЛАР ҠУЛЛАНЫУ ”
Маҡсат:
телмәр үҫтереү буйынса балаларҙың телмәр үҫешен камиллаштырыу
Бурыстар:
1) педагогтарҙың телмәр үҫеше буйынса үҙ белем кимәлдәрен арттырыу; 2) балаларҙың телмәр үҫешен камиллаштырыу буйынса белем кимәлдәрен арттырыу; 3) телмәр үҫтереү буйынса эффектлы эш алымдары һәм формалары әҙерләү буйынса ижади мөхит булдырыу;
Әҙерлек эштәре
1. Методик аҙналар буйынса белешмә әҙерләү 2. Тематик тикшереү буйынса аналетик белешмә әҙерләү 3. Консультациялар үткәреү 4. Иң яҡшы китап мөйөшө конкурсы һөҙөмтәләр буйынса белешмә 5. Педсовет ҡарарҙары проекты әҙерләү
Көн тәртибендә
Үткән педсовет үтәлеше менән таныштырыу өлкән тәрбиәсе “Телмәр үҫтереүгә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары ”- информация Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина Педагогик яҙылдырыу (разминка) “Дөрөҫ яуап бир” өлкән тәрбиәсе “Иң яҡшы китап мөйөшө” конкурсы һөҙөмтәләре өлкән тәрбиәсе Кроссворд сисеү Тәрбиәсе Әбдрәшитова Р.Х. “Телмәр үҫтереү уйындары магазины ” Тәрбиәсе Танһыҡҡужина З.Ғ. “Музыкаль эшмәкәрлек аша телмәр үҫтереү” – эш тәжрибәһенән сығыш Музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р.Ә. “Телмәр үҫтереүҙә фольклор ҡулланыу” – эш тәжрибәһенән сығыш Тәрбиәсе Ҡәйепҡолова З.Ғ. Эшлекле уйын “Проблеманы хәл ит” өлкән тәрбиәсе “Балалар баҡсаһында төрлө телмәр үҫтереү формаларын һәм алымдарын ҡулланыу” буйынса тематик тикшереү һөҙөмтәләре өлкән тәрбиәсе Уйын “Пресса үҙәге” Хәбәрселәр Йомғаҡлау “Синквейн технологияы” өлкән тәрбиәсе Педсовет ҡарарҙары Сәрҡәтиб
Педсовет барышы
Алып барыусы
Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында пресс конференция үтә. Пресс конференцияла ҡатнашыусылар- “Сулпылар” балалар баҡсаһы педагогтары. Саҡырылған ҡунаҡтар – “Атайсал” гәзите, “Аҡбуҙат” журналының хәбәрселәре, “Дошкольный мир” журналының хәбәрсеһе. Улар беҙҙең балалар баҡсаһында белем биреү башҡорт телендә алып барылыуын ишетеп беләләр һәм тыуған телдә телмәр үҫеше проблемаларын заман талаптарына ярашлы нисек хәл итеүебеҙ тураһында мәҡәлә әҙерләмәкселәр. Әйҙәгеҙ һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек. “Атайсал” редакцияһының хәбәрсеһе: Белем биреү тураһындағы законға ярашлы мәктәпкәсә белем биреү дөйөм белем биреүҙең тәүге баҫҡысы тип һанала. Ишетеүебеҙсә, балалар баҡсалары өсөн 2013 йылдың 17 октябрендә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ла ҡабул ителде. Һорау “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары телмәр үҫтереүгә ниндәй талаптар ҡуя?” 1
.

“Телмәр үҫтереүгә федераль дәүләт белем биреү стандарттары

талаптары” –
Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина яуап бирә
.
Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә. Уның өсөн һөйләгән һүҙе – асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе. Телмәр – төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә- йүндәге ябай бәйләнештәр тураһы нда белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы «телмәр үҫеше - аралашыу һәм мәҙәнилек ысулы ; актив һүҙлек эшен байытыу; бәйләнешле телмәр үҫтереү, грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән диалогик һәм монологик телмәр; телмәр ижады үҫтереү; телмәрҙең өндәр һәм тасуири мәҙәниәте, фонематик ишетеү һәләте ; китап һәм балалар әҙәбиәте менән танышыу, балалар әҙәбиәтенең төрлө жанрҙарын ишетеп аңлай белеү; грамотаға өйрәтеүҙең башланғысы булараҡ өн анализы активлығын формалаштырыу»
Телмәр үҫтереү балаларҙың йәш үҙенсәлегенә ярашлы адекват эш формалары аша башҡарыла. Ә инде ниндәй эш формаларын һайлап алыу тәрбиәсе ҡарамағына ҡайтып ҡала. Эшмәкәрлек тәрбиәсенең профессиональ оҫталығына, балалар баҡсаһының үҫеш мөхитенә, региналь үҙенсәлектәргә һәм балаларҙың үҫеш кимәлен иҫәптә тотоп ойошторола. Тәрбиәсе телмәр үҫтереү эшмәкәрлеген төрлө белем биреү ситуациялары аша алып барырға бурыслы.
Телмәр үҫтереү эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
1.Һүҙлек запасын байытыу; 2.Өндәр мәҙәниәте тәрбиәләү: тыуған телдәге өндәрҙе ишетә һәм айыра белеү; 3. Һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөү: Морфология (һүҙҙәре килештәргә, күплектә - берлектә, төрҙәргә бүленешенә ҡарап үҙгәртеү) Синтаксис ( төрлө һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙләштереү). Һүҙяһау. 4.Бәйләнешле телмәр үҫтереү: диалогик телмәр, монологик телмәр 5.Өндәрҙе, һүҙҙәрҙе айыра белеү. Һүҙҙәрҙә өндәрҙең урындарын билдәләү.Нәфис һүҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Телмәр үҫтереү ысулдары
: өлкәндәр һәм балаларҙың аралашыуы, телмәр үҫтереү мөхите, ойошторллған эшмәкәрлектәрҙә телмәр үҫтереү, нәфис әҙәбиәт, һүрәтләү сәнғәте, музыка, театр, башҡа төрлө ойошторолған эшмәкәрлектәр. Бынан тыш, нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу ҙә телмәр үҫтереү сараһы булып тора. Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС – ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә. Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим. “Атайсал”гәзите хәбәрсеһе: Рәхмәт, яуап тулы булды. Бөтәһе лә аңлашылды. Шулай ҙа балалар баҡсаһында был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
Алып барыуысы Һорауға өлкән тәрбиәсе яуап бирергә әҙер. Әйҙйгеҙ, тәүҙә баштарҙы эшләтеп, фекерҙәр туплап алайыҡ.
2.

Педагогик яҙылдырыу (разминка) “Дөрөҫ яуап бир”
Бирелгән эштәрҙе икенсе төрлө аңлатырға кәрәк. - “Ғүмер буйы өйрән” (Быуаттар буйы йәшә, быуаттар буйы өйрән); - “Уйлап эшлә” (Ете ҡат үлсә , бер ҡат киҫ); - “Эшеңде аҙағына еткер” (Башланған эш, бөткән эш; ҡалған эшкә ҡар яуыр); - “Үҙ тыуған илеңде йәшә” (Алтын көмөш яуған ерҙән, тыуған – үҫкән ер яҡшы); - “Егәрле бул” (Егәрленең ҡулы етәү); - “Уйлап һөйлә” (Ауыҙың ни әйткәнен ҡолағың ишетһен); - “Кешеләрҙе тыңла” (Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла) ; - “Көс беләктә түгел” (Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара). Ә хәҙер балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү буйынса ниндәй эштәр башҡарыла, ҡыҫҡаса шул турала һөйләп ишеттермәксемен.
3. “Иң яҡшы китап мөйөшө ” конкурсы һөҙөмтәләре
Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү буйынса баһаға лайыҡ эштәр башҡарыла: балалар араһында шиғырҙар ятлау конкурсы, үҫеш мөхитен йәнләндереү эштәре, консультациялар, семинарҙар планға ярашлы үткәрелеп тора. Хәҙер “Иң яҡшы китап мөйөшө” конкурсы һөҙөмтәләре менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ. Балалар баҡсаһында 19 октябрҙан алып 23 октябрға тиклем төркөм ара конкурс үткәрелде. Алдан балалар баҡсаһы мөдиренең бойороғона ярашлы Положение әҙерләнде. Положение менән тәрбиәселәрҙе таныштырылды. 23 октябрь комиссия ағзалары тарафынан конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Тәрбиәселәр конкурсҡа етди әҙерләнгәндәр. Һәр төркөмдә лә (беренсе кескәйҙәр төркөмөнән башҡа) китап мөйөштәре бар. Китап мөйөштәре эстәлеге конкурс положениеһына ярашлы әҙерләнгән. Китап кәштәләре
эшләнелгән һәм улар йәш үҙенсәлегенә , санитар – гигеник, хәүефһеҙлек нормаларына ярашлы урынлаштырылған. Бөтә төркөмдәрҙә лә төрлө китаптар, иллюстрациялар һәм тематик альбомдар, күргәҙмәләр бар. Әммә, ҡайһы бер төркөмдәрҙә башҡорт телендә нәфис әҙәбиәт әҙ ( уртансылар төркөмө, тәрбиәсе Газина Г.Р., өлкәндәр төркөмө, тәрбиәселәр Танһыҡҡужина З.Ғ., Йәнбәкова М.А., мәктәпкә әҙерлек төркөмө , тәрбиәсе Малабаева Н.З. ). Ә икенсе кескәйҙәр төркөмөндә (тәрбиәсе Әбдрәшитова Р.Х., Мөхәмәтшина Я.Б.) китап мөйөшө бөтөнләй булмай сыҡты. Тәрбиәселәр өҫтәл өҫтөнә бер нисә китап һалып ҡына күрһәттеләр. Өлкәндәр төркөмөндә (тәрбиәселәр Танһыҡҡужина З.Ғ., Йәнбәкова М.А) материал күп булыуға ҡарамаҫтан китап кәштәһенең юҡлығы асыҡланды. Ике төркөмдә положениеға ярашлы тематик күргәҙмәләр әҙерләнмәгән (уртансылар төркөмө, тәрбиәселәр Газина Г.Р.,Йәнбәкова М.А., мәктәпкә әҙерлек төркөмө, тәрбиәсе Малабаева Н.З.). комиссия ағзалары конкурс материалдарын анализлағандан һуң түбәндәге һығымтаға килде: 1- се урынға ике төркөмдө билдәләргә: беренсе кескәйҙәр төркөмө (СР.Бикбова, Мөхәмәтшина Я.Б.), өлкәндәр төркөмө (Ҡәйепҡолова З.Ғ.) 2 – се урынды уртансылар төркөмөнә бирергә (Газина Г.Р.) 3 – сө урынды мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә бирергә (Малабаева Н.З.) Тәҡдимдәр: 1. Бөтә төркөмдәрҙә лә китап мөйөшө картотекаһын әҙерләргә; 2. 2 – се кскйәҙәр төркөмө тәрбиәселәренә кисекмәҫтән китап мөйөшө булдырырға. Срок – октябрь аҙағына; 3. Китап мөйөштәрен яңы китаптар, күргәҙмәлек матреиалдары менән даими тулыландырып торорға. Бына шулай. “Аҡбуҙат” журналы хәбәрсеһе Бик яҡшы эштәр башҡарғанһығыҙ. Балаларҙың телмәрен үҫтереү белем биреү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнен беҙ яҡшы аңланыҡ. Шундай һорау
“Балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә ниндәй тәжрибәләрегеҙ менән бүлешә алаһығыҙ?” Алып барыусы. Рәхмәт! Һүҙҙе тәрбиәсе Әбдрәшитова Рафиға Хәмиҙулла ҡыҙына бирәйек.
Кроссворд «Развитие речи
» Хөрмәтле ҡунаҡтар! Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереүҙә төрлө алымдар, эш формаларын ҡулланырға тырышабыҙ. Эҙләнәбеҙ, эштә ҡулланабыҙ. Хәҙер мин һеҙгә кроссворд сисергә тәҡдим итер инем. Был алымды өлкән төркөм балалары менән ҡулланабыҙ.
ҺОРАУҘАР:
1. Башҡортостандағы йыртҡыс ҡош. 2. Өй ҡыйығында йәки ярҙа оялаған ҡош. 3. Башҡорт халыҡ йыры. 4. Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралы. 5. Салауат районындағы шишмә. 6. Башҡорт халыҡ эпосындағы геройҙың исеме. 7. Башҡорттарҙың тоғро юлдашы. 8. Башҡорттарҙың боронғо кәсебе 9. Милли батырыбыҙ. 10. Башҡорттарҙың изге ҡошо. 11. Район исеме. 12. Башҡортостандағы ҡасаба.
“Аҡбуҙат” журналы хәбәрсеһе Рәхмәт! Һорауыма аныҡ яуап алдым. Уңыштар һеҙгә. “Дошкольный мир” журналы хәбәрсеһе Хөрмәтле педагогтар! Хәҙерге заманда телмәр үҫешендә төрлө инновацион технологиялар ҡулланыу мөһим. Шул турала һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? Алып барыусы Әлбиттә беҙ ҙә заман менән бергә атлайбыҙ. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы белем биреү сифатын күтәреү өсөн төрлө инновациялы технологиялар ҡулланыу мөһим. Телмәр үҫтереү өлкәһендә лә төрлө яңы технологиялар ҡулланырға тырышабыҙ. Хәҙер һүҙҙе тәжрибәле тәрбиәсе, телмәр үҫтереү өлкәһендә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкән Танһыҡҡужина Земфира Ғәлиән ҡыҙына бирәбеҙ.
Телмәр үҫтереү уйындары магазины (
“Күбәләк”, “Ромашка”, “Сәғәт”, “Ете тажлы сәскә” пособиеларын ҡулланыу тураһында һөйләй). Башҡа тәрбиәселәр үҙҙәре әҙерләгән уйындары менән таныштыралар. “Атайсал” журналы хәбәрсеһе Бик яҡшы. Ә музыкаль эшмәкәрлек аша телмәр үҫтереп буламы? Сөнки аҙнаһына ике тапҡыр музыкаль эшмәкәрлектәр ойошторола. Ә телмәр үҫтереү эштәре музыка менән бер рәттән барамы һуң? Алып барыусы Был һорауға музыка ет әксеһе тулыһынса яуап бирә алыр тип уйлайым.
“Музыкаль эшмәкәрлек аша телмәр үҫтереү” – эш тәжрибәһенән сығыш

(
музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Рәмилә Әбделхәй ҡыҙы эш тәжрибәһенән
сығып сығыш яһай һәм музыкаль эшмәкәрлек аша телмәр үҫтереүҙә инновациялы технологиялар – эвритмик дәрестәр , ритмодекламация, музыкотерапия элементтарын ҡулланыу тураһында һөйләп үтә
)
“Аҡбуҙат” журналы хәбәрсеһе Башҡорт халыҡ ижады ла балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Был йәһәттән балалар баҡсаһында эш тәжрибәһе бармы?
“Телмәр үҫтереүҙә фольклор ҡулланыу” – эш тәжрибәһенән сығыш
Алып барыусы Ә хәҙер тәрбиәселәргә эшлекле уйын тәҡдим итәм. Тематик тикшереү күрһәтеүенсә төркөмдәрҙә балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәре етешенсә үҫешеп етмәгән.
Эшлекле уйын “Проблеманы хәл ит”
Уртансылар төркөмө өсөн тематикаға ярашлы (“Минең әсәйем”) өлкәләр интеграциялары аша план төҙөгөҙ. Белем биреү өлкәләре Балалар эшмәкәрлеге төрҙәре Танып белеү үҫеше Әңгәмә “Минең әсәйем”, “Минең ғаиләм” Иллюстрациялар, слайдтар, альбомдар ҡарау Әсәйҙәр тураһында альбомдар әҙерләү Әсәйҙәр һөнәре – фотоальбом Дидактик уйындар “Был кемдең әсәһе”, “4 – се артыҡ”, “Әсәй эмоциялары”, “Әсәй һәм уның кейемдәре” Башҡорт көнкүреш музейына экскурсия “Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары кейеме” Телмәр үҫеше ОББЭ: - һүрәт (фото) буйынса хикәйә төҙөү - мнемотаблица ярҙамында хикәйә төҙөү - дидактик синквейндар төҙөү - каталог алымы ярҙамында хикәйә төҙөү Нәфис әҙәбиәт уҡыу : -хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр - йомаҡтар сисеү - шиғырҙар ятлау Художестволы – эстетик үҫеш ОББЭ: -әүәләү «Әсәй бешергән торттар» -йәбештереү «Әсәйемдең күлдге» -портрет эшләү “Әсәйем портреты”
-ҡоролмалар ҡороу «Беҙҙең өй» Әсәйҙәргә арналған күңел асыу сараһы “Әсәйем - ҡәҙерлем!” Социаль – коммуникатив үҫеш Сюжетлы – ролле уйын “Ғаилә”, “Әсәйҙәр - ҡыҙҙар” Әңгәмәләр “Һин әсәйеңә ярҙам итәһеңме?” Дежур мөйөшөндә эш Физик үҫеш Бармаҡ уйындары Физкультминуткалар Хәрәкәтле уйындар Логоритмика Уйын – ярыш “Әсәйем менән бергә ” Алып барыусы Рәхмәт коллегалар! Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереүҙә төрлө эш формалары һәм алымдары ҡулланыу буйынса тематик тикшереү булып үтте. Таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ.
“Балалар баҡсаһында төрлө телмәр үҫтереү формаларын һәм

алымдарын ҡулланыу” буйынса тематик тикшереү һөҙөмтәләре.
“Дошкольный мир” журналы хәбәрсеһе Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү буйынса баһаға лайыҡ эштәр алып барыла икәне асыҡланды. Беҙ һәр беребеҙ үҙебеҙҙең гәзит – журналдарыбыҙҙа балалар баҡсаһы тәжрибәһе тураһында бәйән итербеҙ. Хәҙергә эшебеҙҙе йомғаҡлап һеҙгә карточкалар тәҡдим итәбеҙ. Унда һорауҙар яҙылған. Һеҙ яуап бирергә тейеш булаһығыҙ. Быны икенсе төрлө блиц – интервью тип әйтергә лә була. Һеҙҙең яуаптарығыҙға ҡарап материалды нисек аңлауығыҙҙы белә алабыҙ. Һорауҙар: - Ошо темаға ярашлы Һеҙҙә тормошҡа ашырырлыҡ берәй идея тыуҙымы? - Телмәр үҫтереү темаһына ҡағылышлы тағы ла ниндәй мәғлүмәт алырға теләр инегеҙ ? - Бөгөнгө педсовет формаһы ҡыҙыҡлы булдымы? Нимәһе менән оҡшаны? - Ниндәй материал һеҙҙә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты?
- Ҡайһы материал һәм эш формаһы һеҙҙең фекерегеҙсә ата - әсәләр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булыр ине? - Коллегаларығыҙға ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар? Алып барыусы Барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү эштәре башҡа эшмәкәрлектәр менән тығыҙ бәйләнештә бара. Эшебеҙҙе йомғаҡлап синквейн уйлап сығарырға тәҡдим итәм. телмәр үҫешә, арта, байый, яҡшыра таҙа, асыҡ,бәйләнешле, грамоталы аралашыу
Педсовет ҡарарҙары проекты
1. Бөтә педагогтарға ла ФДББС – н иҫәпкә алып эшмәкәрлектәр ойоштороға. Срок – йыл буйына; 2. Телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрендә инновацион технологиялар (ИКТ, эҙләнеү -тикшеренеү, ТРИЗ, һаулыҡ һаҡлау технологиялары, проект эшмәкәрлеге, шәхси – ориентирлы технологиялар һ.б.) ҡулланыуҙы системаға һалырға. Срок – йыл буйына; 3. Күргәҙмәле аралыҡ мөхитен яңы технологияларға ҡағылышлы уйындар (Пропп карталары, фекерләү карталары, системалы операторҙар, морфологик таблицалар, дидактик синквейн, системалы селтәр- паутинка, фонетик ритмика, логоритмика, каталог алымы, йомаҡтар төҙөү технологияһы, метафоралар төҙөү технологиялары, рифмалы текстар төҙөү, карта буйлап йәки ваҡыт даръяһы буйлап сәйәхәт һ б. ) менән тулыландырырға. Срок – ноябрь – ғинуар 2015-2016 уҡыу йылы. 4. Төркөмдәрҙә күп функциялы йыһаздар булдырыу. Срок – уҡыу йылы эсендә;
5. Ата – әсәләрҙе ысын мәғәнәһендә педагогик белем биреү барышында ҡатнашыусылар итеп күрергә һәм хеҙмәттәшлек итергә.Бының өсөн ғәҙәти булған һәм ғәҙәти булмаған эш формаларын әүҙем ҡулланырға.Срок – уҡыу йылы буйына. 6. Өлкәндәр төркөмө тәрбиәселәренә (Танһыҡҡужина З.Ғ., Йәнбәкова М.А.) телмәр өлкәһе буйынса педагогик идеялар фестиваленә яңы технологиялар ҡулланылған асыҡ эшмәкәрлек әҙерләргә. Срок – ноябрь – ғинуар.