Автор: Азнабаева Мавлюда Ахметовна
Должность: учитель начальных классов
Учебное заведение: МБОУ СОШ с.Макарово
Населённый пункт: с.Макарово Ишимбайский район Республики Башкортостан
Наименование материала: Статья
Тема: Использование краеведческого материала на уроках родного языка.
Фамилия
Азнабаева
Имя
Мавлюда
Отчество
Ахметовна
Место работы Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа села Макарово муниципального района
Ишимбайский район Республика Башкортостан
Должность учитель начальных классов
Название доклада Использование краеведческого материала на уроках родного
языка.
Башҡорт теле дәресендә ерле материалды ҡулланыу.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт мәктәптәрендә башҡорт теленә иғтибар
айырыуса ныҡ көсәйҙе. Икенсе быуын стандарттары нигеҙендә төҙөлгән
башҡорт мәктәптәре өсөн яңы уҡытыу – методик комплекттар бар. Уларға
уҡыу программаһы, дәреслектәр, эш дәфтәре, методик күрһәтмәләр,
комплекслы тикшереү эштәре инә. Заман талаптарына яуап бирерлек
сифатлы белем биреү – мәктәптең төп бурысы. Ә сифатлы уҡытыу белем
үҙләштереүгә генә түгел, ә шәхес үҫтереүгә, уның танып белеү
эшмәкәрлегенә,
һәләте
үҫешенә
йүнәлтелеүгә
ҡайтып
ҡала.
Уҡыусыларыбыҙҙы тәрән фекер йөрөтөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан итеп
күреү өсөн:
-
һәр балала шәхес күреү;
-
эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу;
-
үҙ аллы эш өсөн шарттар тыуҙырыу;
-
балаларҙа туған тел, милләт тарихы һәм мәҙәниәте менән
ғорурланыу тойғоһон тәрбиәләү;
-
белем биреүҙең традицион булмаған юлдарын файҙаланыу мөһим.
Уҡыусы һәм уҡытыусы хеҙмәттәшлегенең ике яҡлы булыуы һәр кемгә
билдәле. Сөнки уҡытыусы биргән белем бала тарафынан әүҙем
ҡабул ителмәһә, эш һөҙөмтәһеҙ ҡала. Әлбиттә, белем алыуҙа тәбиғи
һәләт тә ҙур роль уйнай. Шулай ҙа, һәләтте асыу өсөн шартттар
булдырыу мөһим.
Баланы ҡыҙыҡтырыу – уңышлы уҡыуҙың нигеҙе. Шуға күрә дәрескә
уҡыусының иғтибарын йәлеп итерлек, уны ҡыҙыҡтырырлыҡ материал
алырға кәрәк. Дәрестең эффектлылығын күтәреү маҡсатында тыуған
яҡ тураһында материал ҡулланыу әһәмиәтле булып тора.
Тыуған яҡты өйрәнеү материалын ҡулланғанда ошо принциптарҙы үтәү
мөһим:
1.
Системалылыҡ
2.
Аңлайышлылыҡ
3.
Күргәҙмәлелек
4.
Материалдың төрлө булыуы
5.
Материалдың уҡыу һәм тәрбиә эше менән бәйлелеге.
6.
Ерле материалдыңтарихи, географик,әҙәби материал менән бәйле
булыуы.
Был дәрестәрҙә күргәҙмәлелек: иллюстрациялар, фотографиялар,
презентациялар, слайд – фильмдар ҡулланыу бик кәрәкле булып тора.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға 2 класта әсә теле дәресендә ҡулланылған
күнегеүҙәрҙе тәҡдим итәм.
Тема. Ҙур хәреф. Ер – һыу атамалары.
Маҡсат. Ер – һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән
яҙылышын өйрәнеү.
Тыуған ауыл янындағы йылға, тау атамаларын өйрәнеү, күсереп яҙыу.
Тыуған яҡтың билдәле шәхестәренең исемдәрен өйрәнеү, яҙылышын
нығытыу.
Дәрестә ҡулланыу өсөн күнегеүҙәр.
I.
Тексты уҡы.
Башҡортостан республикаһының Ишембай районында тирә – яғын
урманлы тауҙар уратҡан Маҡар ауылы бар.
Ҙур хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе күсереп яҙ.
II.Маҡар ауылы буйлап саф һыулы Һикәҙе йылғаһы аға. Аллағыуат,
Ҡолоҡ шишмәләренең һыуы бик тәмле.
Ҡара хәрефле һүҙҙәр ниндәй хәреф менән башлап яҙылған. Ни
өсөн?
III.
Маҡар ауылы янында Егән, Рәүҙәк, Шиҙе йылғалары аға.
Йылға исемдәрен алфавит тәртибендә яҙ.
IV.
Тексты уҡы.
Һикәҙегә төшөп, битте йыуҙым,
Ятып эстем һыуын Ҡолоҡтоң.
Күсереп яҙ. Ҙур хәреф менән башланған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙ.
V.
Һүҙҙәргә һорау ҡуй.
Ишембай ҡалаһы, Маҡар ауылы, Һикәҙе йылғаһы, Әнисә Таһирова,
Йәнәлтау, икенсе класс уҡыусыһы Гөлнур Таһирова.
Башта кем? һорауына, аҙаҡ нимә? тигән һорауға яуап биргән
һүҙҙәрҙе күсереп яҙ.
VI.
Тексты уҡы.
Матур Ишембай – нефтселәр, тегенселәр, химиктар,төҙөүселәр
ҡалаһы.
Ишембай ҡалаһында ниндәй профессия кешеләре йәшәй?
VII.
Беренсе бағанаға тау исемдәрен, икенсе бағанаға йылға исемдәрен яҙ.
Торатау, Һикәҙе, Егән, Тубыҡтау, Рәүҙәк, Йәнәлтау,Тәйрүк,
Ҡарауылтау.
VIII.
Йәшәүселәренә ҡарап, ауыл исемдәрен яҙ.
Маҡарҙар - ...
Әрметтәр - …
Егәндәр - …
Иҫәкәйҙәр - …
Һарғайҙар - …
Ҡолғоналар - …
Ғүмәрҙәр - …
IX.
Тексты уҡы.
Маҡар ауылында Баҙар, Яр, Дауахана, Тау, Урман, Йәштәр, Йылға,
Ташкент, Урал, Үҙәк, Мәктәп урамдары бар.
Урам исемдәрен алфавит тәртибендә яҙығыҙ.
X.
Текстағы хаталарҙы табып, дөрөҫләп яҙығыҙ.
салауат юлаев мәмерйәһе, ҡуҡрауыҡ шарлауығы, маҡар ауылы,
ишембай районы, һикәҙе йылғаһы.
XI.
Яҙыусы һәм шағирәләрҙең фамиляларын алфавит тәртибендә яҙығыҙ.
Н. Мусин, Р. Ниғмәтуллин, Ә. Таһирова, Р. Шәмсетдинова,
Р. Фәтҡуллина, Г. Кәлимуллина.
Шулай итеп, дәрестәрҙә ерле материалдарҙы ҡулланыу балаларҙа
тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу үҫтерә, тирә – яҡты танып белеүҙе
тормошҡа ашыра, уға мөхәббәт тәрбиәләй.